Баймаҡ инвалидтар ойошмаһын бар яҡтан үрнәк итеп ҡуйырға була. Улар барыһына ла өлгөрә, зарланмай-иламай. Улар үткәргән саралар ҙа гөрләп тора. Кәйефһеҙләнергә ваҡыттары ла юҡ уларҙың. Ниҙәр генә уйлап тапмайҙар ҙа, ҡайҙа ғына сығып китмәйҙәр!
Әле бына Ирәндек тауының үренә менеп төштөләр. Физик яҡтан мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн был нисек ҡатмарлы булыуын һәр кем аңлайҙыр. Ә бына улар барыһын да рәхәтләнеп башҡарып, туризм көнөнә бағышлап, ял итеп ҡайтты.
Районыбыҙҙа йәшәп тә, Ирәндек тауҙарына күтәрелмәгәндәр бар. Әйҙәгеҙ, ҡуҙғалығыҙ, тәбиғәттең хәҙер иң сағыу мәле!
Источник «Һаҡмар»