Главная Все новости СМИ о нас Баймаҡтар — беренсе!

Баймаҡтар — беренсе!

Районыбыҙҙа физик мөмкинлеге сикләнгәндәр араһында өҫтәл уйындары буйынса фестиваль үтте.

Кеше ниндәй генә ауырлыҡҡа тарыһа ла, уларҙы еңеп сығыу өсөн рух көсө кәрәк. Был йәһәттән физик яҡтан мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе күп һау-сәләмәттәргә бар яҡтан үрнәк итеп ҡуйып була.

Районыбыҙҙа оҙайлы йылдар эшләп килгән инвалидтар ойошмаһы был йәһәттән өлгө беҙгә. Сөнки һаулығы шап-шаҡтай бәғзе кешеләр барыһына ла зарланып, диванда аунаған арала, ойошма ағзалары төрлө саралар үткәрә, аралаша, сәйәхәттәргә сыға.

Инвалидтар ойошмаһының “Өмөт бар” клубы беҙҙең редакция бинаһының беренсе ҡатында урышлашҡан. Шуға күрә уларҙың иртәнән кискә тиклем төрлө дәрестәр, күнекмәләр, ярыштар үткәреүен күҙәтеп киләбеҙ. Баймаҡ инвалидтар ойошмаһы өҫтәл уйындары буйынса оҙайлы йылдар алдынғылыҡты бирмәй килә. Быйыл был ярыштың тәүге этабы июндә онлайн режимында үткәйне. Ул ваҡытта был сарала илленән ашыу физик мөмкинлеге сикләнгән кешеләр ҡатнашты. Ә бына еңеүселәрҙе “Өмөт бар” клубы үҙендә йыйҙы. Был көндө Салауат, Күгәрсен райондары, Баймаҡ, Сибай ҡалаһы спортсылары чемпион исеменә ярышты. Улар өс төрлө өҫтәл уйыны буйынса көс һынашты. Салауат районының инвалидтар ойошмаһы рәйесе Миңлислам Вәхитов сараға ете кешенән торған команда булып килеүҙәрен, артабан Баймаҡты ла ҡарап ҡайтасаҡтарын һәм ҡунаҡсыл баймаҡтарға рәхмәтен белдерҙе.

Уйын бик дәртле һәм сәмле барҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, уйындың өс төрө буйынса ла Баймаҡ командаһы еңеү яуланы. Афарин!

Баймаҡ инвалидтар ойошмаһы рәйесе Луиза Иванова әйтеүенсә, бындай юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү тәжрибәнән килә. “Беҙ Рәсәй кимәлендәге өҫтәл уйындары ярыштарында ла ҡатнашабыҙ. Ә быға беҙгә өҫтәл спорт уйынын алып биргән даими бағыусыбыҙ Анатолий Филин булышлыҡ итте. Беҙ уға бик тә рәхмәтлебеҙ! Ә клубыбыҙҙа урынлашҡан бар тренажерҙар, башҡа өҫтәл спорт уйындарын Президент гранттары фондынан алдыҡ”,-тине ул.

Йылдың һәр миҙгелендә күтәренке кәйефтә булған, ҡайнап йәшәгән Баймаҡ инвалидтар йәмғиәтенә тағы юғарыраҡ ҡаҙаныштар, бар маҡсаттарына өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ.

Источик «Һаҡмар»

https://hakmar.ru/news/novosti/2023-10-01/bayma-tar-berense-3477124